

Өфөнөң вуз-ара кампус резиденты, Өфөнөң Фән һәм технологиялар университетында “Программа ҡарарҙарын әҙерләү” тигән уникаль программа асылды, тип хәбәр итә республика Хөкүмәте.
Белем биреү проекты “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы” милли проектының (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) “Һанлы трансформация өсөн кадрҙар” федераль проектына ярашлы эшләнде.
Был программа иң заманса булған талаптарҙы күҙ уңында тотоп булдырылған һәм ҡатмарлы бурыстар башҡарыуға һәләтле юғары квалификациялы профессионалдар әҙерләүгә йүнәлтелгән.
- Беҙҙең вуз IT тармағында топ белгестәрҙе уҡытыуға грант отто. Конкурста еңеү Өфөнөң Фән һәм технологиялар университетында IT белгестәр әҙерләүҙең юғарыу кимәлдә булыуын таныу ул, - тине Өфөнөң Фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров.
Яңы йүнәлештең тәүге студенттары рәтенә 110 кеше инде. Йәштәр һайлауҙың бер нисә этабын үтте.
- Яңы белем биреү программаһы сираттағы курс ҡына түгел, ә стратегия проекты. Уның төп маҡсаты – һорау менән ҡулланылған IT өлкәһе өсөн топ белгестәр әҙерләү. Өфө университеты Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы аналитика үҙәге уҙғарған етди конкурс һайлауын үтте һәм 60 миллион һумлыҡ грант алды. Тотош илдән 47 ғариза булһа, улар араһында 26 вуз ярҙамға эйә, - тине республиканың фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.