

Өфөнөң 93-сө физика-математика лицейының 11-се класс уҡыусыһы София Салангина климат үҙгәреүе һәм экология буйынса халыҡ-ара олимпиада еңеүселәре иҫәбенә инде. Тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү “Экологик именлек” милли проектының маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.
София ҡала үҫемлектәренең һауаны углекислый газдан таҙартыуҙағы роле тураһында тикшеренеүҙәрен тәҡдим итә. Был эш юғары класс уҡыусыһына еңеүсе статусын алырға мөмкинлек бирә.
– Экологияға юлым мәктәптәрҙең йәмәғәт проекттарында ҡатнашыуҙан башланды. Ҡапҡастар һәм макулатура йыйыу менән шөғөлләндек, һуңынан ирекмән һәм “Таҙа уйындар” төбәк экология акцияһын ойоштороусы булып киттем. Был башланғыстар мине шул тиклем рухландырҙы. Заданиеларҙы яҡшы үтәгәнемә, ҡарарҙарҙы сағыу итеп рәсмиләштергәнемә һәм проектты уңышлы яҡларыма ышандым, әммә барыбер бындай уңышты көтмәй инем, — ти София Салангина.
Олимпиадала бөтәһе 11 илдән, шул иҫәптән Рәсәй, Белоруссия, Бангладеш, Тажикстан һәм Һиндостандан балалар ҡатнаша. Интеллектуаль ярыш “Сириус” федераль биләмәһендә үтә.
“Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү, һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, экологик туризмды үҫтереү, биологик төрлөлөктө һаҡлау һ.б. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.