Милли проекттар
30 Сентября 2025, 02:05

Мокроусово — Ольховое юлының участкаһы яңыртылды

Атап әйткәндә, 1,3 километр оҙонлоҡтағы участка тәртипкә килтерелә. Унда подрядсы асфальт-бетон япмаһын яңырта, юл ситтәрен нығыта һәм билдәләр ҡуя.

Мокроусово — Ольховое юлының участкаһы яңыртылдыМокроусово — Ольховое юлының участкаһы яңыртылды
Мокроусово — Ольховое юлының участкаһы яңыртылды

Мокроусово — Ольховое трассаһында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса ремонт эштәре үтте. Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.

Атап әйткәндә, 1,3 километр оҙонлоҡтағы участка тәртипкә килтерелә. Унда подрядсы асфальт-бетон япмаһын яңырта, юл ситтәрен нығыта һәм билдәләр ҡуя.

"Был юл менән Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондары ауылдары халҡы файҙалана. Ул Р-240 „Өфө – Ырымбур“ федераль трассаһына сығыуҙы тәьмин итә, уның буйынса урындағы халыҡ Өфөгә барып етә ала. Шуға күрә был юлды норматив хәлгә килтереү һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мөһим ине”, — тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас