

Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Уны төҙөүгә “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) саралары ярҙам итте, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, хеҙмәткәрҙәргә эшләүе уңайлы булһын өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Бында фельдшер кабинеты, пациентты ҡарау, процедуралар үткәреү, пациенттар өсөн ҡабул итеүҙе көтөп тороу бүлмәләре, санузел, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмә бар, медикаменттарҙы, таҙалыҡты һаҡлау кәрәк-ярағын тотоу урыны бүленгән.
Акушер Рәшиҙә Сәлимгәрәева әйтеүенсә, яңы ФАП-та Түбәнге Төкөн ауылы халҡы беренсел медицина-санитар ярҙамы ала ала. Бында 387 кеше йәшәй.
Йыл башынан алып Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Мәғлүмәт, фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/756766/