Милли проекттар
2 Октябрь 2025, 02:30

Премияға конкурста ҡатнашығыҙ

Ғаризалар 9 октябргә тиклем ҡабул ителә.

Премияға конкурста ҡатнашығыҙПремияға конкурста ҡатнашығыҙ
Премияға конкурста ҡатнашығыҙ

12-15 ноябрҙә "Рәсәй" милли үҙәгендә "Һанлы сиселеш" ИТ-форумы үтә.

Сараға ярашлы, милли премияға ғаризалар ҡабул итеү бара. Унда эшмәкәрлектәре мәғлүмәт технологиялары менән бәйле компаниялар ҡатнаша ала.

ИТ өлкәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү - "Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы үҙгәртеү” милли проектының (нацпроект "Экономика данных и цифровая трансформация государства") маҡсаттарының береһе.

- Премия мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы билдәләйәсәк, шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыу, һөнәри бәйләнештәрҙе нығытыу һәм инновациялы тәҡдимдәрҙе федераль кимәлгә еткереү өсөн шәп платформа булып тора, - ти Башҡортостандың дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин.

Милли премия һанлы иҡтисадты үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе дәүләт һәм бизнес проекттарын билдәләүгә йүнәлтелгән.

Ғаризалар 9 октябргә тиклем ҡабул ителә, ә еңеүселәрҙе бүләкләү 12 ноябрҙә үтәсәк.

Ғаризаны проекттың сайтында бирергә мөмкин.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас