Милли проекттар
2 Октябрь 2025, 07:00

Республикала автотуризм үҫешә

Илдең мөһим туристик маршруттары рәтендә танылыу мөмкинлеге арта.

Республикала автотуризм үҫешәРеспубликала автотуризм үҫешә
Республикала автотуризм үҫешә

"Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проекты (национальный проект “Туризм и гостеприимство”) сараларына ярашлы, республиканың “Башҡортостандың алтын ҡулсаһы” автомобиль туристик маршруты буйынса инфраструктураны үҫтереүгә 60 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә.

Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә. Дәүләт ярҙамы автомобиль юлы буйлап республикала етештерелгән продукцияны һатыу нөктәләре, кемпингтар, автомобиль туҡталҡалары, йәмәғәт туҡланыуы объекттары, спорт майҙансыҡтары асырға ярҙам итергә тейеш.

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина билдәләгәнсә, “Башҡортостандың алтын ҡулсаһы” Рәсәйҙең 10 пилот туристик маршруты иҫәбенә индерелгән һәм “Яндек-карта”ла күрһәтелә. Дәүләт ярҙамы Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеүҙе уңайлыраҡ итергә ярҙамлаша. Был иһә республиканы илдең мөһим туристик маршруттары рәтендә танытырға мөмкинлек бирә.

Рәсәй Федерацияһының өҫтөнлөклө автомобиль маршруттары исемлегенә ингән “Башҡортостандың алтын ҡулсаһы” республикабыҙҙың төп тарихи, тәбиғәт объекттарын үҙ эсенә ала. Сәйәхәтселәр билдәле туристик урындарға бара ала: Зәңгәр күл, Торатау, Воскресенское ауылы, Мораҙым тарлауығы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Талҡаҫ күле, Ғәҙелша шарлауығы һәм башҡалар. Маршрут өс көнгә иҫәпләнгән, юл оҙонлоғо 992 саҡрымдан ашыу.

Рәсәй субъекттарын һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостан 2025 – 2027 йылдарға туризм өлкәһендә субсидиялар алырға хоҡуҡлы. Ошо осорҙа “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты буйынса инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға федераль ҡаҙнанан 735 миллион һум аҡса бүленеүе көтөлә.

Мәғлүмәт, фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/757131/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас