Милли проекттар
2 Октябрь 2025, 03:30

Шаран – Төмәнәк араһында юл яҡшыра

Ремонт эштәре тамамланыуға табан бара.  

Шаран – Төмәнәк араһында юл яҡшыраШаран – Төмәнәк араһында юл яҡшыра
Шаран – Төмәнәк араһында юл яҡшыра

“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни) ярашлы, Туймазы районында Шаран – Төмәнәк араһында дүрт километр участкала юл ремонтлау тамамланып бара. Был турала республиканың Транспорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Дүрмән һәм Төмәнәк ауылдары араһындағы участкала юлсылар тигеҙләү ҡатламын эшләгән, асфальт-бетон япма һалған, һыу үткәреү торбаһын ремонтлаған. Яҡын көндәрҙә юл ситтәрен нығытыу, разметка яһау планлаштырыла.

- Шаран – Төмәнәк юлы Шаран һәм Туймазы райондары араһындағы транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Был юл барлығы 21 меңдән ашыу кеше йәшәгән ауылдар аша үтә. Уның аша урындағы кешеләр Туймазы йүнәлешенә, М-5 “Урал” федераль трассаһына сыға. Шуға ла был юлдың торошон яҡшыртыу мөһим, - ти республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Был юл участкаһында эштәрҙе йыл аҙағына тиклем тамамлау ниәтләнә.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас