Милли проекттар
3 Октябрь 2025, 04:30

Базгийкала йәшәүселәрҙе лә ҡыуандырҙылар

Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте

Базгийкала йәшәүселәрҙе лә ҡыуандырҙыларБазгийкала йәшәүселәрҙе лә ҡыуандырҙылар
Базгийкала йәшәүселәрҙе лә ҡыуандырҙылар

Шаран районының Базгийка ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Уны “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы астылар. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Бында Базгийка, Яңы Тамъян, Алмаш ауылдары халҡы – 520 кеше – медицина ярҙамын аласаҡ.

  “Оҙон һәм әүҙем тормош” милли проекты ауыл биләмәләрендә медицина хеҙмәтләндереүе сифатын күтәрергә булышлыҡ итә. Базгийкала фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу – урында йәшәүселәргә үҙ ваҡытында медицина ярҙамын күрһәтергә, медицина хеҙмәттәренә уңайлы шарттар булдырырға, халыҡ сәләмәтлеген нығытырға булышлыҡ итә.

“Һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункты” милли проекты (национальный проект “Цифровой ФАП”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә урындағы халыҡ һанлы медицина хеҙмәттәренән файҙалана ала.

Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас