

Сибай ҡалаһындағы Сәләмәтлек үҙәгенә, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы медицина диагностика ҡорамалы алынды.
Дауалау учреждениеһын электрон үлсәү, тонометр һәм буйҙы үлсәү приборҙары менән тәьмин иттеләр. Һөҙөмтәлә үҙәктә медицина хеҙмәттәрен күрһәтеү сифаты яҡшырасаҡ. Яңы ҡорамал тикшереүҙәр үткәреү өсөн кәрәкле ваҡытты ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирәсәк.Үҙәк күберәк пациенттарҙы ҡабул итә аласаҡ.
Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.