

Башҡортостандың Яңауыл муниципаль районындағы Сытырман — Иҫке Вәрәш трассаһы участкаһы “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының бурыстарына ярашлы норматив хәлгә килтерелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.
Оҙонлоғо 1,5 км ашыу булған яңыртылған участка Нәнәҙе ауылы һәм Иҫке Вәрәш ауылы араһында урынлашҡан.
Белгестәр унда асфальт япмаһын алмаштыра, юл ситтәрен нығыта һәм билдәләр ҡуя.
– Сытырман – Иҫке Вәрәш юлы Яңауыл районының бер нисә бәләкәй ауылын тоташтыра. Уларҙа 600-ҙән ашыу кеше йәшәй. Был юлдан улар Яңауыл – Үрге Тәтешле трассаһына, һуңынан республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарын Өфө менән бәйләгән төбәк әһәмиәтендәге Өфө – Бөрө – Яңауыл юлына сыға ала, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) маҡсаты – тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү.
Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.