

Быйыл ғинуарҙан сентябргә тиклем Башҡортостандың ауыл хужалығы техникаһы паркы 9,3 миллиард һумға яңыртылған – уҙған йылдың ошо осоро менән бер кимәлдә. Тармаҡты илебеҙҙә сыҡҡан яңы техника һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары нигеҙендә булдырылған “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектына (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) ярашлы тормошҡа ашырыла.
“Быйыл беҙҙең аграрийҙар, ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы машиналары, ҡорамалдары паркын яңыртыуҙы әүҙем дауам итә. Нәҡ техник йәһәттән яҡшы йыһазландырылыу арҡаһында баҫыу эштәре уңышлы атҡарыла. Һауа шарттары ыңғай ғына тормаһа ла, тотҡарлыҡтар булманы”, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Йыл башынан төбәктең ауыл хужалығы етештереүселәре төрлө тартыу ҡеүәтендәге 201 трактор, 93 иген урыу, 18 үҙйөрөшлө мал аҙығы йыйыу комбайны, 39 үҙйөрөшлө һиптергес, 270-тән ашыу тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машинаһы һ.б. техника алған. Шул иҫәптән, “Росагролизинг” ташламалы программаһына ярашлы, республика аграрийҙарына 2,4 миллиард һумдан ашыу суммаға 395 берәмек техника килтерелгән.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.