Милли проекттар
9 Октябрь 2025, 02:30

Архангел эшҡыуары ярҙам һораған

Андрей Алексеев оло йәштә лә эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн мөмкинлектәр киң булыуын күрһәтә.

Архангел эшҡыуары ярҙам һорағанАрхангел эшҡыуары ярҙам һораған
Архангел эшҡыуары ярҙам һораған

Архангел районы Көмәрле ауылының 65 йәшлек эшҡыуары Андрей Алексеев Uralberry” брендын эшләй башланы. Яңы кимәлгә сығыу өсөн ул “Минең бизнес” төбәк үҙәгенә мөрәжәғәт итте.

Йүнселгә етештергән продукцияһын киң мәғлүмәт саралары аша күрһәтеүҙә, шулай уҡ “Социаль проекттар акселераторы” программаһы буйынса белем алыуҙа ярҙам иттеләр. Булышлыҡ саралары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары нигеҙендә булдырылған “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ярашлы күрһәтелде.

– Бөгөн өлкән быуын вәкилдәре үҙҙәрен эшҡыуарлыҡта әүҙем һынап ҡарай. Шуға ла уларға дәртләндереү алымдары, технологиялар булдырыу мөһим, – ти республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Архангел йүнселе хәҙер инде 20 йылдан ашыу консерванттарһыҙ, ҡушылмаларһыҙ үлән сәйҙәре, тәбиғи еләк йыйылмалары етештерә. Оло йәштә лә эшҡыуарлыҡта мөмкинлектәр киң булыуын раҫлап, сағыу өлгө күрһәтә. Улар үҙҙәренең бизнес идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн бушлай программаларҙан файҙалана ала. Мәҫәлән, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының “Көмөш старт” федераль проектынан.

– Быйыл унда ҡатнашыуға заявкалар 26 сентябргә тиклем ҡабул ителде. Уҡыуҙар 8 октябрҙә башланды, 17-һенә тиклем барасаҡ, курстар эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре, һанлы грамоталылыҡ, финанс хәүефһеҙлеге буйынса белем биреү модулдәрен үҙ эсенә ала. Шулай уҡ тәжрибәле остаздар консультация бирә – ти “Минең бизнес” үҙәге етәксеһе Аида Сәлимова.

Программаның финалында ҡатнашыусылар проекттарын яҡлаясаҡ. Иң сағыу, ҡыҙыҡлы башланғыс авторына үҙ эшен дауам итеү өсөн 150 мең һумлыҡ грант биреләсәк.

Светлана Верещагина, республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры:

– Беҙҙең өлкән быуын вәкилдәре үҙен эшҡыуарлыҡта әүҙем һынай. Был уларға йәшәү дәртле биреп кенә ҡалмай, республикала бизнесҡа ла ҡеүәт өҫтәй. Өлкәндәрҙә, һис шикһеҙ, тормош тәжрибәһе ҙур, тимәк, тармаҡҡа көс өҫтәлә. 

Гөлнара Мырҙагилдина, Архангел районының Көмәрле ауылы китапханасыһы:

 – Андрей Алексеев - беҙҙең ауылда күптән инде үҙ эшен алып барған йүнсел. Ул шифалы үҫемлектәр йыйып, уларҙан дауа әҙерләү менән шөғөлләнә, ошо йәһәттән урындағы халыҡҡа аҡса эшләү мөмкинлеге лә бирә. Ауылдарҙағы йүнселдәргә "Минең бизнес" үҙәгенең ошолай булышлыҡ ҡылыуы ифрат яҡшы, ауылдарҙы үҫтереүгә көс-ҡеүәт биреү нигеҙе был.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас