

Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты, райондағы иң оло предприятиеларҙың береһе, быйыл сентябрҙә Башҡортостан микрокредит компанияһынан финанс ярҙам алды. Займ суммаһы – 2,1 миллион һум.
Бындай булышлыҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары нигеҙендә булдырылған “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ярашлы күрһәтелә.
– Микрокредитлау бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланған сара булып ҡала. Ул аҡсаны ғәҙәти банк кредиттарына ҡарағанда тиҙерәк алыу мөмкинлеген бирә. Займды рәсмиләштереү ябай, ул тиҙ хуплана, тимәк, был – финанс мәсьәләләрен йәһәт хәл итеү өсөн идеаль вариант, – ти республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты етәкселәре әйтеүенсә, ысынлап та, займды рәсмиләштереү эше тиҙ башҡарылған, финанс ярҙамы ваҡытында бүленгән.
– Беҙ комбинат бинаһына капиталь ремонт яһарға йыйынабыҙ. Займ заманса төҙөлөш материалдары алыу, яңы алымдар ҡулланыу мөмкинлеген бирәсәк. Алға ҙур маҡсаттар ҡуйғанбыҙ: икмәк-күмәс етештереү күләмен арттырыу, ассортиментты киңәйтеү, яңы баҙарҙарға сығыу, – ти етәкселәр.
Иң мөһиме – һәр клиенттың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү, милли проект нигеҙендәге яңыртыу эше был бурысыбыҙҙы тормошҡа ашырыуҙа төп терәк, ти улар.
Фото: республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сайтынан.