Милли проекттар
9 Октябрь 2025, 04:25

Сосиска күберәк етештерелә

Комбинат хеҙмәткәрҙәре заманса эш алымдарын өйрәнә.

Сосиска күберәк етештереләСосиска күберәк етештерелә
Сосиска күберәк етештерелә

Өфө ит-консерва комбинаты һаҡсыл етештереү алымдары арҡаһында эшмәкәрлек һөҙөмтәһен күтәреүгә өлгәште, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенән.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектының “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектында (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ҡатнашыу комбинатҡа ярты йыл эсендә сосиска етештереү күләмен 25 процентҡа арттырыу мөмкинлеген биргән. Әлегә ҡәҙәр бер хеҙмәткәр сәғәтенә был аҙыҡты 36,5 килограмм етештерһә, хәҙер – 45,9 килограмм.

– Бындай һөҙөмтәгә капиталь һалыуҙар арҡаһында түгел, ә эске процестарҙы ҡулайлаштырыу нигеҙендә өлгәшелде, – ти республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

– Бығаса сосискаларҙы бүлеү эше ҡулдан башҡарыла торғайны. Шуға ла өҫтәмә кешеләр алыу талап ителде. Хәҙер аҙыҡты төрөү ваҡыты ла 30 процентҡа ҡыҫҡарҙы, – ти төбәк компетенциялар үҙәге проекттары етәксеһе Тимур Низамов.

Өҫтәүенә персоналды уҡытыу ҙа ойошторолған. Комбинаттың эш төркөмө Төбәк компетенциялар үҙәгендә тренингтар үткән, төп етештереүселәрҙең тәжрибә өлгөләрен үҙләштергән. Ә эске инструкторҙар уларға һаҡсыл етештереү алымдарын, шул иҫәптән 5С системаһын өйрәткән.

Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йыл башынан алып тормошҡа ашырыла.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас