

Бүздәк районы Бүздәк ауылының Көньяҡ биҫтәһендә яңы ял һәм спорт паркы асылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Эштәр ике миҙгел дауамында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса бара.
Йәмәғәт биләмәһендә асфальт түшәлгән, йәйәүлеләр зонаһы, баскетбол, волейбол һәм футбол майҙансыҡтары йыһазландырылған, фонарҙар, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйылған. Балалар өсөн тауҙар һәм бәүелсәктәр менән уйын зонаһы эшләйҙәр. Шулай уҡ “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы барышында ҡарағай һәм миләш үҫентеләре ултыртылған.
"Парк төрлө йәштәгеләр өсөн йәлеп итеү урыны буласаҡ. Бөгөн үк бында балалар менән йөрөйҙәр һәм төрлө саралар үткәрәләр”, — тип билдәләне Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Игдиев.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Бәйләнештә" "Башҡортостан Башлығы Хакимиәте" төркөмө.