Милли проекттар
14 Октябрь 2025, 07:25

Был юл - мөһим транспорт артерияһы

Башҡортостанда Бәләбәй – Йәрмәкәй – Приют юлының 1,3 саҡрымы ремонтланды.

Был юл - мөһим транспорт артерияһыБыл юл - мөһим транспорт артерияһы
Был юл - мөһим транспорт артерияһы

Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект «Инфраструктура для жизни» ) сиктәрендә Бәләбәй — Йәрмәкәй — Приют юлының 1,3 саҡрымы ремонтланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт министрлығынан.

Йәрмәкәй районының Урта Ҡарамалы ауылы янындағы участка норматив хәлгә килтерелде.

Ремонт барышында подряд ойошмаһы һыу үткәргес торбаны монтажлай, асфальт-бетон япмаһын яңырта, юл ситтәрен нығыта һәм билдәләр ҡуя.

– Был юл – Бәләбәйҙе Йәрмәкәй районы менән бәйләүсе мөһим транспорт артерияһы.

Урындағы халыҡ район үҙәктәренә һәм Бәләбәй, Йәрмәкәй, Приют ауылдарына барып етә ала. Шуға күрә уны яҡшы хәлдә тотоу мөһим. Ремонттан һуң юл хәүефһеҙерәк һәм уңайлыраҡ булды, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас