Милли проекттар
15 Октябрь 2025, 01:05

Орондо ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Фельдшер-акушерлыҡ пунктында беренсел медицина-санитар ярҙамды 260-тан ашыу кеше йәшәгән Орондо, Белорет һәм Резвов ауылдары халҡы аласаҡ.

Орондо ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылдыОрондо ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
Орондо ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Иглин районының Орондо ауылында “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект Продолжительная и активная жизнь”) буйынса фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Медпункт халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналдың уңайлы эшләүе өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Унда фельдшер кабинеты, күҙәтеү, процедура бүлмәһе, пациенттар өсөн көтөп тороу бүлмәһе, санузел, персонал өсөн бүлмәләр, медикаменттар һаҡлау һәм йыйыштырыу инвентары урынлашҡан. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында беренсел медицина-санитар ярҙамды 260-тан ашыу кеше йәшәгән Орондо, Белорет һәм Резвов ауылдары халҡы аласаҡ.

"Орондо ауылында яңы ФАП асыу – халыҡҡа уңайлы һәм ваҡытында ярҙам күрһәтеүҙә, медицина персоналы өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙа һәм халыҡтың һаулығын нығытыуҙа мөһим аҙым. Беҙ инфраструктурабыҙҙы артабан да үҫтерергә ниәтләйбеҙ, шулай итеп, районда йәшәүсе һәр кеше йәшәү урыны янында лайыҡлы медицина ярҙамы ала ала”, — тип билдәләне Иглин үҙәк район дауаханаһының баш табибы Радмир Саубанов.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: БСТ.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас