

Башҡортостандың Ауырғазы районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Талбазы ауылының Көнбайыш урау юлын төҙөү дауам итә, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.
Яңы юлдың оҙонлоғо алты километр самаһы тәшкил итәсәк. Юлсылар объектта коммуникацияларҙы үҙгәртеп ҡороуҙы башҡара, төп юлда биш тимер-бетон торба һәм тоташыуҙа биш металл торба монтажлай. Подряд ойошмаһы ер япмаһын һәм ҡырсынташ-ҡом ҡатнашмаһынан япма ҡатламын һалыуға тотондо.
- Талбазы ауылының Көнбайыш урау юлын төҙөү юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырасаҡ һәм 10 мең самаһы кеше йәшәгән район үҙәгендә экологик хәлде яҡшыртасаҡ. Яңы юл транзит транспортын ауылдан ситкә сығарырға, шулай уҡ Дәүләкән йүнәлешендә юл ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирәсәк, — тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Был юлда шулай уҡ автобус туҡталыштары, кәртә ҡоймаһы, юл билдәләре, сигнал бағаналары монтажлана, юл билдәләре ҡуйыла. Юл-төҙөлөш эштәрен тамамлау һәм Көнбайыш урау юл буйлап хәрәкәтте 2027 йылдың аҙағына тиклем башлау планлаштырыла.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән.