

Ҡалтасы районының Бәләкәй Ҡасаҡ ауылында “Оҙон һәм әүҙем ғүмер” милли проекты (нацональный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярҙамында төҙөлгән яңы ФАП асылды, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
– Бәләкәй Ҡасаҡ халҡы өсөн был көн күптән көтөлгән байрамға әйләнде. Хәҙер ауыл халҡының бар заманса талаптарға һәм санитар нормаларға яуап биргән, халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәргә эшләү уңайлы булһын өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған яҡты, йылы, уңайлы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа килде, – тип билдәләне фельдшер Ульяна Хәйҙәршина.
Медпункт заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Фельдшер ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын дистанцион рәүештә аса йәки электрон рецепт яҙып бирә ала. Шулай уҡ унда табип менән телемедицина консультацияһы үткәрергә һәм мәғлүмәтте икенсе учреждениеға консультацияға ебәрергә мөмкин.
Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты В.В. Путин ҡарары буйынса быйылдан тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/760916/