Милли проекттар
19 Октябрь 2025, 04:30

Баҙансатҡа ла сират килеп етте

Хеҙмәткәрҙәргә яҡшы эшләү һәм пациенттарға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн медицина пункты тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Баҙансатҡа ла сират килеп еттеБаҙансатҡа ла сират килеп етте
Баҙансатҡа ла сират килеп етте

Асҡын районының Баҙансат ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Элек медицина пункты 1977 йылда төҙөлгән, канализация һәм һыу менән тәьмин итеү системалары булмаған бинала урынлашҡайны. Яңыһы заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы урынлаштырылған. ФАП персоналға яҡшы эшләү һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында фельдшер, процедура, ҡабул итеү кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмә булдырылған.

–Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында 146 ауыл кешеһе, шул иҫәптән 21 бала квалификациялы медицина ярҙамы аласаҡ. “Һанлы ФАП” проекты ярҙамында дистанциянан тороп медицина хеҙмәттәре күрһәтергә мөмкин: ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын рәсмиләштерергә, электрон рецепт яҙырға, телемедицина консультацияһы үткәрергә, медицина мәғлүмәттәрен табипҡа ебәрергә була. Быларҙың барыһы ла пациенттарҙы тиҙ һәм сифатлы хеҙмәтләндерергә ярҙам итәсәк, – тип билдәләне фельдшер Гөлйемеш Ғәтиәтова.

"Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас