

Башҡортостандың дәүләт урман инспекторҙары хоҡуҡ һаҡлау, башҡарма власть органдары, йәмәғәт урман инспекторҙары менән берлектә “Урман” ведомство-ара операцияһын уҙғарҙы. Был сараны квартал һайын “Экология именлеге” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты маҡсатына ярашлы башҡарыла. Был турала республиканың Урман хужалығы министрлығы хәбәр итә.
Операция ваҡытында 208 берлектәге операциялар уҙғарылды, уларҙа 359 урман инспекторҙары, хоҡуҡ һаҡлау органдары подразделениеларынан 181 вазифалы кеше, 49 Гостехнадзор биләмәһе подразделениелары вәкилдәре, 15 урман һағының һәм казак йәмғиәттәренең йәмәғәт инспекторҙары ҡатнашты.
Һөҙөмтәлә 6,9 кубометр ағас тейәгән 318 автотранспорт техникаһы тикшерелде. Тикшереү барышында урман ҡануниәте талаптарын боҙған 31,7 кубометр ағас тейәгән дүрт транспорт сараһы ҡулға алынды.
Тикшереү саралары барышында законһыҙ ағас ҡырҡыу буйынса 41 етешһеҙлек асыҡланған. Законһыҙ рәүештә ҡырҡылған ағастың күләме 435,8 кубометр тәшкил итә. Башҡарылған эш һөҙөмтәһендә 11 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
- “Урман” операцияһы урман менән файҙаланыу өлкәһендә профилактика һәм контроль системаһының төп эштәренең береһе булып тора. Бындай саралар уҙғарыу законһыҙ ҡырҡыу күләмен кәметергә, урман экосистемаһын һаҡлауҙы нығытыуға булышлыҡ итә, - ти Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Садиҡов.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.