Милли проекттар
21 Октябрь 2025, 06:15

Нефтекамала үҙәк китапхана яңыртылған

Ремонт үткәреп, заманса итеп үҙгәртелгән.

Нефтекамала үҙәк китапхана яңыртылғанНефтекамала үҙәк китапхана яңыртылған
Нефтекамала үҙәк китапхана яңыртылған

Нефтекама ҡалаһының үҙәк китапханаһына “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) саралары ярҙамында ремонт үткәрелгән. Был хаҡта БР Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итә.

Учреждениеның ҡыйыҡ, түшәм, стеналары һәм инеү урыны яңыртылған, инженер коммуникациялары, канализация монтажланған, “Уңайлы мөхит” программаһы талаптарына ярашлы итеп санузел йыһазландырылған. Шулай уҡ гардероб, хеҙмәтләндереү залдары һәм килеүселәр өсөн зоналар ремонтланған. Китапханала яҙыусылар менән осрашыуҙар, ижади оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар һәм клуб саралары үткәреү планлаштырыла.

– Бөгөн заман китапханаһы – ул баҫма материалдарҙы һаҡлай торған урын ғына түгел. Был – йәлеп итеү үҙәге, белем арттырыу, осрашыуҙар һәм фекер алышыуҙар урыны. Китапхана залдары тулы булыр һәм беҙ бында йәш уҡыусыларҙы күрербеҙ, тип ышанабыҙ, – тип билдәләй Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Мәғлүмәт сығанағы: culture.bashkortostan.ru/presscenter/...

Нефтекамала үҙәк китапхана яңыртылған
Нефтекамала үҙәк китапхана яңыртылған
Нефтекамала үҙәк китапхана яңыртылған
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас