

Дыуан районының Дыуан ауылында “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын тапшырыу өсөн яңы спорт майҙансығы асылды, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтендә.
Проект “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы барышында тормошҡа ашырылды. Бөтә йәштәге ауыл халҡы өсөн майҙансыҡта спорт менән шөғөлләнеү, әүҙем ял итеү һәм ГТО нормативтарын тапшырыуға әҙерлек өсөн шарттар булдырылған. Объект йәштәр, балалы ғаиләләр һәм сәләмәт тормош алып барыусылар өсөн йәлеп итеү үҙәгенә әүереләсәк.
– Был заманса спорт майҙансығын асыу – ауыл инфраструктураһын үҫтереүҙә мөһим аҙым. Хәҙер бөтә йәштәгеләрҙең дә әүҙем ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өсөн мөмкинлектәре күберәк булыр, тип ышанам. Район хакимиәте исеменән был мөһим проектты тормошҡа ашырыуға өлөш индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм, — тип билдәләне Дыуан районы хакимиәте башлығы Айҙар Абдуллин.
“Рәсәй спорты” дәүләт программаһы (государственная программа “Спорт России”) физик әүҙемлек менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуға һәм яҡшыртыуға, күмәк спортты популярлаштырыуға һәм халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Илдә тейешле инфраструктура киңәйә, күмәк саралар үткәрелә, “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы тормошҡа ашырыла, шулай уҡ балалар араһында күнекмәләр өсөн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә.
Программа РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Дыуан районының “Бәйләнештә”ге төркөмөнән.