

Ишембай үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы ҡорамал алынды.
Медицина учреждениеһы ике велоэргометрға байыны. Тренажерҙар физик көсөргәнеш тыуҙырыу өсөн тәғәйенләнгән, улар терәк-хәрәкәт аппаратын тергеҙеүгә, йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы һәм тын алыу системалары эшмәкәрлеген нығытыуға булышлыҡ итә. Велоэргометрҙар пациенттарға занятиеларҙы медицина персоналы контролендә үткәреүҙе тәьмин итә. Тренажерҙарҙы файҙаланыу операция үткәргән, йәрәхәттәр алған кешеләрҙе һәм хроник сирлеләрҙе реабилитациялау өсөн мөһим. Дауаханала киләсәктә реабилитация программаһын киңәйтергә һәм яңы ысулдар индерергә уйлайҙар.
Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.