Милли проекттар
22 Октябрь 2025, 02:30

Ҡыҙғылар ҙа ФАП-лы булды

Яңы ФАП-та халыҡ сифатлы медицина ярҙамын алһын һәм хеҙмәткәрҙәр уңайлы шарттарҙа эшләһен өсөн бөтә шарттар булдырылған.

Ҡыҙғылар ҙа ФАП-лы булдыҠыҙғылар ҙа ФАП-лы булды
Ҡыҙғылар ҙа ФАП-лы булды

Архангел районының Ҡыҙғы ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был хаҡта республикның Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. Медпункт «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу барышында төҙөлгән.

Яңы ФАП-та халыҡ сифатлы медицина ярҙамын алһын һәм хеҙмәткәрҙәр уңайлы шарттарҙа эшләһен өсөн бөтә шарттар булдырылған. Фельдшер кабинеты, процедура, ҡаралыу, дарыу. кәрәк-яраҡ һаҡлау бүлмәләре бар.

Яңы медпунктта Ҡыҙғы һәм Родина ауылдары халҡы ярҙам ала ала. Уларҙа йәмғеһе 267 кеше йәшәй.

– Урындағы халыҡ йәшәү урынынан алыҫ булмаған ерҙә яңы, заманса шарттарҙа диспансерлау, вакциналау үтеүгә, шулай уҡ беренсел медицина-санитар ярҙамы алыу мөкинлегенә эйә булыуға ныҡ шатмын, – ти фельдшер Әлфирә Ноғаманова.

РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса быйылдан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: health.bashkortostan.ru/presscenter/...

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас