Милли проекттар
23 Октябрь 2025, 03:00

Беҙҙең продукцияны сит илдә лә көтәләр

Башҡортостандан экспортҡа киткән ауыл хужалығы тауарҙары арта бара.

Беҙҙең продукцияны сит илдә лә көтәләрБеҙҙең продукцияны сит илдә лә көтәләр
Беҙҙең продукцияны сит илдә лә көтәләр

Башҡортостандан агросәнәғәт продукцияһының экспортҡа күләме быйыл октябрҙең икенсе ун көнлөгөнә 261,3 миллион һум АҠШ доллары тәшкил иткән. Был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 37 миллион долларға күберәк. Агросәнәғәт продукцияһын сит илгә оҙатыуҙы күбәйтеү “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”)  башҡарыла, тип хәбәр итә төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы.

-2025 йылда беҙҙә ауыл хужалығы продукцияһының күп төрҙәре артығы менән етештерелде. Был тағы ла бер нисә йыл һаҡланасаҡ. Етештереүҙе  дауам итеү өсөн экспортты артабан да үҫтерәсәкбеҙ.  – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Шуны билдәләү мөһим: Башҡортостандан экспортҡа киткән ауыл хужалығы продукцияһы структураһында май продукцияһы күпселекте биләй.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары  буйынса тормошҡа ашырыла.

Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас