Милли проекттар
23 Октябрь 2025, 04:30

Салауатта йәнә бер йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә

Үҙәк майҙандағы һәм уға йәнәш Беренсе Май урамындағы йәмәғәт биләмәһе үҙгәртелә.

Салауатта йәнә бер йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләСалауатта йәнә бер йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә
Салауатта йәнә бер йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә

Салауатта үҙәк майҙандағы һәм уға йәнәш Беренсе Май урамындағы йәмәғәт биләмәһе "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты (национальный проект "Инфраструктура для жизни") маҡсаттарына һәм бурыстарына ярашлы үҙгәртелә. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итә.

Йәйәүлеләр юлына тротуар плитәһе түшәйҙәр. Унда үҫентеләр ултыртыла, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаһы ҡуйыла. Ингән ергә арка эшләнә, "Салауат" арт-объекты, "Нуленсе саҡырым" билдәһе, күргәҙмә стендтары һәм кәсепселек продукцияһы кибеттәре төҙөлә. Бөтә эште ноябрҙә тамамлау планлаштырыла.

"Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының маҡсаты — ауыл-ҡалаларҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү йәки ремонтлау, йәмәғәт урындарын, йорт ихаталарын төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу йә яңыртыу, йәмәғәт транспортын уңайлырак итеү өсөн техниканы яңыртыу, тигән һүҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса йыл башынан алып тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан 24". 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас