Милли проекттар
24 Октябрь 2025, 10:30

Сыйрышбашта - яңы ФАП

Халыҡ уны көтөп алған.

Сыйрышбашта - яңы ФАПСыйрышбашта - яңы ФАП
Сыйрышбашта - яңы ФАП

Саҡмағош районының Сыйрышбаш ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был эш “Оҙайлы әүҙем тормош” милли проектына (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярашлы башҡарылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Яңы модулле бина заманса талаптарға һәм стандарттарға тура килә, халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, хеҙмәткәрҙәргә уңайлы эшләү өсөн барлыҡ тейешле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән.

Бында фельдшер кабинеты, ҡарау, процедура, пациенттар өсөн көтөү бүлмәләре һәм башҡа уңайлыҡтар бар.

- Был ФАП Сыйрышбаш һәм Ҡашаҡ ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Уларҙа йәшәгән кешеләр һаны - 410. Беҙ, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл халҡы, яңы пункт асылыуын түҙемһеҙлек менән көттөк, – ти 30 йылдан ашыу медицинала эшләүсе фельдшер Илмира Ҡурамшина.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас