Милли проекттар
24 Октябрь 2025, 11:00

Сыйрышбашта - яңы ФАП

Халыҡ уны көтөп алды.

Сыйрышбашта - яңы ФАПСыйрышбашта - яңы ФАП
Сыйрышбашта - яңы ФАП

Саҡмағош районының Сыйрышбаш ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был эш “Оҙайлы әүҙем тормош” милли проектына (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярашлы башҡарылды, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Яңы модулле бина заманса талаптарға һәм стандарттарға тура килә, халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, хеҙмәткәрҙәргә уңайлы эшләү өсөн кәрәкле барлыҡ ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Бында фельдшер кабинеты, ҡарау, процедура, пациенттар өсөн көтөү бүлмәләре һ.б. бар.

- Был ФАП Сыйрышбаш һәм Ҡашаҡ ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Уларҙа 410 кеше йәшәй. Беҙ - медицина хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы яңы пункт асылыуын түҙемһеҙлек менән көттөк, – ти 30 йылдан ашыу медицинала эшләүсе фельдшер Илмира Ҡурамшина.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас