

Мәләүез ҡалаһының 5-се мәктәбе уҡыусылары лимонад һәм шешәләге һыу етештереү заводында булды. Бындай сараларҙы үткәреү "Йәштәр һәм балалар" милли проекты (национальный проект "Молодежь и дети") нигеҙендә уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр Мәләүез районы хакимиәтенән.
Балаларға лимонад һәм шешәләге һыу етештереү линияһын, шулай уҡ икмәк-булка һәм кондитер изделиелары етештереү эшен күрһәттеләр. Уҡыусылар бында "лимонад" һүҙенең нисек барлыҡҡа килеүен, газдарҙы кем уйлап тапҡанын, кем химияға нигеҙ һалғанын һәм кемдең углекислый газ менән туйындырыу өсөн махсус аппарат уйлап тапҡанын белде, таҙартылған һыуҙың ҡайҙа, нисек һаҡланыуын үҙ күҙҙәре менән күрҙе, шулай уҡ лабораторияға барҙы. Уларға тағы лаборанттарҙың, технологтарҙың, һатыу буйынса белгестәрҙең, инженерҙарҙың, сифат буйынса директорҙарҙың эш үҙенсәлектәре тураһында һөйләнеләр. Экскурсия аҙағында завод продукцияһын тәмләп ҡарау бәхете лә тейҙе.
"Йәштәр һәм балалар" милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәрҙең үҙҙәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проектттың төп бурысы булып мәктәптәр төҙөү, ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙың яңы методикалары, уңайлы шарттар булдырыу тора. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе, "Өҫтөнлөк 2030" программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Мәләүез район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.