Милли проекттар
25 Октябрь 2025, 06:00

Шаран районында - яңы ФАП

Ул Мичуринск, Күбәләк, Яңы Ҡаръяуҙы, Иҫке һәм Яңы Тырбый, Боланһаҙ ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә.

Шаран районында - яңы ФАПШаран районында - яңы ФАП
Шаран районында - яңы ФАП

Шаран районының Мичуринск ауылында “Оҙон һәм әүҙем ғүмер” милли проекты (нацональный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярҙамында төҙөлгән яңы ФАП асылды, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Медпункт заманса ҡорамалдар менән, стандарттарға ярашлы йыһазландырылған.

Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәргә эшләү уңайлы булһын өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған яҡты, йылы, уңайлы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктында Мичуринск, Күбәләк, Яңы Ҡаръяуҙы, Иҫке һәм Яңы Тырбый, Боланһаҙ ауылдары халҡы беренсел медик-санитар ярҙамды алыу мөмкинлегенә эйә.  

“Һанлы ФАП” проектын ҡулланыу ҙа эште еңелләштерә. Фельдшер ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын дистанцияла аса йәки электрон рецепт яҙып бирә ала. Шулай уҡ унда табип менән телемедицина консультацияһы үткәрергә һәм мәғлүмәтте икенсе учреждениеға консультацияға ебәрергә мөмкин.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса быйылдан тормошҡа ашырыла.

Мәғлүмәт, фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/news...

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас