Милли проекттар
26 Октябрь 2025, 03:30

Умыртҡа һөйәге сирҙәрен дауалау өсөн

Ишембай дауаханаһына яңы ҡорамал алынды.

Умыртҡа һөйәге сирҙәрен дауалау өсөнУмыртҡа һөйәге сирҙәрен дауалау өсөн
Умыртҡа һөйәге сирҙәрен дауалау өсөн

“Оҙайлы һәм оҙон ғүмер” милли проектына ярашлы (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) Ишембай үҙәк район дауаханаһы “Ормед” тигән ике механик ҡоролма алды. Был турала республиканың Һаулыҡ Һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

“Ормед” ҡоролмаһы - механотерапия өсөн медицина ҡорамалы. Ул умыртҡа һөйәгенә, уның эргәһендәге туҡымаларға йоғонто яһауҙың төрлө алымдарына эйә. Аппараттың төп тәғәйенләнеше – умыртҡа һөйәге ауырыуҙарын профилактикалау һәм реабилитациялау.

-Был проект пациенттарыбыҙ тормошон яҡшыртыу юлындағы мөһим аҙым булып тора. Беҙҙең белем һәм технологиялар мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙең әүҙем, сәләмәт булып ҡалыуҙарына йоғонто яһай. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты дауалау һәм реабилитацияның алдынғы алымдарын индерергә булышлыҡ итә, - ти Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ринат Ғәйнетдинов.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас