Милли проекттар
28 Октябрь 2025, 05:45

Альфред “Студент стартапы” конкурсында еңгән

Башҡортостан студенты яҫы табанлылыҡты билдәләү өсөн ҡушымта төҙөнө.

Альфред “Студент стартапы” конкурсында еңгәнАльфред “Студент стартапы” конкурсында еңгән
Альфред “Студент стартапы” конкурсында еңгән

Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты Альфред Ғәләүетдинов өлкәндәрҙә аяҡтың яҫы табанлылығын һәм башҡа патологияларын танырға ярҙам иткән ҡушымта эшләй. Бындай технологик ҡарарҙар “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарына яуап бирә, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортонан.

– Проекттың асылы төрлө проекцияларҙа аяҡ фотоларын анализлау өсөн яһалма интеллекттың нейро селтәр моделен ҡулланыуҙан ғибәрәт. Был дәрәжә күрһәтелгән яҫы табанлылыҡ, вальгус/варус деформацияһы һәм башҡалар кеүек патологияның булмауы/булыуы тураһында һөҙөмтә алырға мөмкинлек бирә. Бындай анализ алыҫтағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, мәктәп кабинеттарында, фитнес-үҙәктәрҙә проблемаларҙы тикшереү өсөн ябай һәм уңайлы инструмент алырға мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне Альфред Ғәләүетдинов.

Был хеҙмәт менән Альфред федераль инновацияларға булышлыҡ итеү фондының “Студент стартапы” конкурсында еңеүсе була. БДМУ студенттарынан бөтәһе 232 ғариза бирелгән, шуларҙың 146-һы конкурстың беренсе турын үткән. Рәсәй, Замбия, Һиндостан һәм Пакистан студенттары үҙҙәренең инновацион проекттарын булдырҙы.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының (национального проекта “Продолжительная и активная жизнь”) төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү.

2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: БР Хөкүмәте.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас