Милли проекттар
28 Октябрь 2025, 05:05

Беҙҙең ҡымыҙҙы сит илдә лә яраталар

Экспортҡа киткән ҡымыҙ күләме арта.

Беҙҙең ҡымыҙҙы сит илдә лә яраталарБеҙҙең ҡымыҙҙы сит илдә лә яраталар
Беҙҙең ҡымыҙҙы сит илдә лә яраталар

Быйыл йыл башынан Башҡортостан предприятиелары Таможня союзы илдәренә 7145 тонна йәғни 1130 партия һөт продукцияһын оҙатҡан. Был турала Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеүенең төбәк буйынса идаралығы хәбәр итә.

Республиканың агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә оҙатыу “Халыҡ-ара кооперация һәи экспорт” милли проектына ярашлы (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) башҡарыла.

Мәҫәлән, Ҡаҙағстан менән Ҡырғыҙстан Башҡортостандан йылҡы ҡымыҙын, ҡоро һөт, сыр, туңдырма һатып ала. Шуныһы мөһим, иң күбе Башҡортостан бейә ҡымыҙын экспортлай.

Һөт продукцияһының өлгөләре барлыҡ тейешле лаборатор тикшереүҙәр үткән,  

Сағыштырыу өсөн: 2024 йылдың ошо уҡ осоронда Таможня союзы илдәренә Башҡортостан 6089 тонна бейә ҡымыҙы, ҡоро һөт, сыр, туңдырма һәм башҡа һөт ризыҡтары оҙатҡан.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Фото: Олег Яровиков. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас