Милли проекттар
28 Октябрь 2025, 03:05

Дәүләт хеҙмәттәре порталында робот Макс ярҙам итәсәк

Федераль Дәүләт хеҙмәттәре порталында урынлаштырылған робот төбәк Дәүләт хеҙмәттәре порталында мәғлүмәт, инструкциялар һәм һылтанмалар бирә ала, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Дәүләт хеҙмәттәре порталында робот Макс ярҙам итәсәкДәүләт хеҙмәттәре порталында робот Макс ярҙам итәсәк
Дәүләт хеҙмәттәре порталында робот Макс ярҙам итәсәк

Федераль Дәүләт хеҙмәттәре порталында урынлаштырылған робот Макс төбәк Дәүләт хеҙмәттәре порталында мәғлүмәт, инструкциялар һәм һылтанмалар бирә ала, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Граждандар һәм бизнес өсөн цифрлы инфраструктураны үҫтереү - "Мәғлүмәт иҡтисады" милли проектының (национальный проект "Экономика данных и цифровая трансформация государства") өҫтөнлөклө бурыстарының береһе. Макс, атап әйткәндә, Башҡортостандың инвестиция картаһында, газ ҡорамалдары һатып алыу, муниципаль милекте ҡуртымға алыу килешеүҙәре буйынса үҙ-ара иҫәп-хисаптарҙы тикшереүгә, бәләкәй архитектура формаларын яраштырыуға субсидиялар буйынса һорауҙарҙы үтәй.

– Күп кенә граждандар һәм эшҡыуарҙар, ысынын әйткәндә, федераль Дәүләт хеҙмәттәре порталынан хеҙмәттәр алырға күнеккән. Яһалма интеллектты төбәк хеҙмәттәрен һәм сервистарын трансляциялауға өйрәтеү уларҙың кәрәклеген арттыра. Бынан тыш, төбәктең Инвестиция порталы сервистары тураһында мәғлүмәтте федераль порталға сығарыу уның танылыу кимәлен арттырасаҡ, – тип билдәләне Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Төбәк хеҙмәттәрен алыу өсөн робот Максҡа төп һүҙҙәрҙе йәки сервис исемен яҙырға кәрәк. Ул үҙе төбәкте билдәләйәсәк һәм хеҙмәттәр тәҡдим итәсәк.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Дәүләт идаралығы һанлы үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас