Милли проекттар
28 Октябрь 2025, 02:30

Салауат ҡалаһының Сәләмәтлек үҙәге яңы медицина ҡорамалдары менән тулыланды

Заманса приборҙар ҡулланыу медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртырға һәм сәләмәтлек үҙәгенә килеүселәр өсөн уңайлыҡ булдырырға булышлыҡ итә.

Салауат ҡалаһының Сәләмәтлек үҙәге яңы медицина ҡорамалдары менән тулыландыСалауат ҡалаһының Сәләмәтлек үҙәге яңы медицина ҡорамалдары менән тулыланды
Салауат ҡалаһының Сәләмәтлек үҙәге яңы медицина ҡорамалдары менән тулыланды

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Салауат ҡалаһының Сәләмәтлек үҙәгенә буйҙы үлсәү приборы һәм электрон үлсәүҙәр килде. Яңы ҡорамал медицина тикшереүен анығыраҡ һәм етеҙерәк үткәрергә, пациенттарҙың һаулығын күҙәтеү мөмкинлеге бирәсәк.

Белгестәр буйҙы үлсәү приборы һәм электрон үлсәүҙәр ярҙамында физик хәлдең динамикаһын контролдә тота, төрлө ауырыуҙарҙың үҫеү хәүефен баһалай һәм кәрәкле иҫкәртеү сараларын ваҡытында тәғәйенләй аласаҡ.

Бынан тыш, заманса приборҙар ҡулланыу медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртырға һәм сәләмәтлек үҙәгенә килеүселәр өсөн уңайлыҡ булдырырға булышлыҡ итә. Артабан халыҡтың һаулығын һаҡлау буйынса тағы ла күберәк йүнәлештәрҙе үҙ эсенә алыу өсөн учреждениеның техник базаһын киңәйтеү планлаштырыла.

Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: телеграм

Автор:Карима Усманова
Читайте нас