

Яһалма интеллект буйынса үҙәк Өфө дәүләт нефть техник университетының Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы базаһында "Йәштәр һәм балалар" милли проекты (национальный проект "Молодежь и дети") сиктәрендә эшләй башланы. Был хаҡта Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр.
Яңы үҙәктә мәғлүмәттәр аналитикаһы һәм машиналар өйрәнеү өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнәсәктәр, шулай уҡ сәнәғәтте цифрлы үҙгәртеү өсөн белгестәр әҙерләйәсәктәр. Лаборатория студенттарға һәм ғилми хеҙмәткәрҙәргә алдынғы технологияларға инеү мөмкинлеген һәм төрлө индустрияларҙан бизнес-кейстар өҫтөндә эшләү мөмкинлеген тәьмин итә. Төп йүнәлештәр булып производствоны автоматлаштырыу һәм инженер ИИ-һын үҫтереү өҫтөндә эшләү тора.
– Кампуста ошоға оҡшаш алдынғы лабораториялар булдырып, беҙ Башҡортостанда бөтөн фәнни-мәғариф экосистема булдырабыҙ. Бында һәләтле йәштәребеҙ реаль сәнәғәт бурыстарына йәлеп ителә һәм предприятиеларыбыҙҙың цифрлы киләсәгенең архитекторы була ала. Был кадрҙар потенциалына туранан-тура инвестиция, ул республика сәнәғәтенең тиҫтә йылдарға конкурентлыҡ һәләтен билдәләйәсәк, – тип билдәләне республиканың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.
"Йәштәр һәм балалар" милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәрҙең үҙҙәрен үҫештереү өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә, мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙың яңы методикаларын һәм уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу тора. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм "Өҫтөнлөк–2030" программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Газпром-нефть" компанияһы