

Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектын (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») тормошҡа ашырыу арҡылы заманса күсмә рентген аппараты ҡайтарылған. Уны файҙаланыуға тапшырғандан алып 60-тан ашыу пациент тикшереү үткән, тип хәбәр итә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Ҡорамал сымһыҙ мобиль детектор ярҙамында рентгенография үткәреүгә тәғәйенләнгән. Ул рентгенды, кабинеттар буйлап йөрөмәйенсә, палаталарҙа уҡ үтергә форсат бирә.
- Яңы рентген аппараты сикләнгән мобиллек шарттарында диагностика тикшеренеүҙәре үткәреү мөмкинлеген киңәйтә. Беҙ аппаратты дауахана биналары буйлап еңел генә күсереп йөрөтә алабыҙ, хатта ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә лә пациенттарға кәрәкле диагностик процедураларҙы тиҙ үткәреүҙе тәьмин итә алабыҙ, – ти рентген лаборанты Артур Шакирйәнов.
Фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/...