

Күгәрсен районы үҙәге Мораҡ ауылы заманса уңайлы итеп эшләнгән йәмәғәт киңлегенә эйә булған. Ул "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының (национальный проект "Инфраструктура для жизни") "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль программаһына ярашлы һәм халыҡтың әүҙем тауыш биреүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итә.
"Төньяҡ биҫтәһе"ндә спорт майҙансығы эшләй башлаған. Бында ете тренажер, волейбол, баскетбол һәм мини-футбол уйнарлыҡ майҙансыҡ бар. Ял итергә генә түгел, ә ваҡытты һаулыҡ өсөн файҙалы итеп тә үткәрергә мөмкин.
Проект буйынса был урынға асфальт йәйелгән, резина япма менән һалынған, яҡтыртҡыстар ҡуйылған, балалар өсөн спорт майҙансығы, видеокүҙәтеү эшләнгән, ҡойма менән уратылған, эскәмйә һәм сүп һауыттары урынлаштырылған. Ҡышын инде спорт майҙансығын хоккей уйнарлыҡ итеп үҙгәртеү планлаштырыла.
Хәтергә төшөрәбеҙ: быйылдан алып дәүләтебеҙ етәксеһе В.В. Путин ҡарары менән Рәсәйҙә яңыртылған милли проекттар атҡарыла.
Фото: house.bashkortostan.ru/presscenter/news/...