Милли проекттар
29 Октябрь 2025, 02:30

Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск юлының тағы бер участкаһы төҙөкләндерелде

Капиталь ремонт буйынса эштәр 400 метр оҙонлоҡтағы Ҡолғона ауылы эргәһендәге юлдың бер өлөшөндә башҡарылған.

Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск юлының тағы бер участкаһы төҙөкләндерелдеСтәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск юлының тағы бер участкаһы төҙөкләндерелде
Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск юлының тағы бер участкаһы төҙөкләндерелде

Башҡортостандың Ишембай районында «Йәшәү өсөн инфраструктура»  (национальный проект «Инфраструктура для жизни» ) милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск юлы участкаһы ремонтланды. Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Капиталь ремонт буйынса эштәр 400 метр оҙонлоҡтағы Ҡолғона ауылы эргәһендәге юлдың бер өлөшөндә башҡарылған. Бында юлсылар тупраҡ түшәгән, ике ҡатлам асфальт-бетон йәйгән, юл ситтәрен нығытҡан һәм тамға һалған.

- Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск трассаһы республикала иң матуры тип иҫәпләнә, сөнки ул Ишембай, Бөрйән, Белорет һәм Әбйәлил райондарының күркәм урындары буйлап үтә. Уның буйынса туристар Яҡтыкүлгә, Абҙаҡ тау саңғыһы курортына, Яҡтыкүл шифаханаһына һәм башҡа ҡыҙыҡлы туристик объекттарға бара. Шуға күрә был юлды тейешле хәлгә килтереү мөһим, - ти Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Бынан алдараҡ ошо юлда Маҡар ауылынан Ҡолғона ауылы йүнәлешендә дөйөм оҙонлоғо 8,4 саҡрымлыҡ тағы өс участкаға асфальт түшәлгән ине.

"Йәшәү өсөн инфраструктура" милли проектының маҡсаты - тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү: торлаҡ һәм юлдар төҙөү, ремонтлау, йәмәғәт, ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, социаль һәм коммуналь инфраструктура булдырыу, яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанын арттырыу.

Яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: gtrkrb.ru

 Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас