Милли проекттар
29 Октябрь 2025, 01:00

“Йыл эшҡыуары” конкурсында ҡатнашығыҙ

Заявкалар 31 октябргә тиклем ҡабул ителә.

“Йыл эшҡыуары” конкурсында ҡатнашығыҙ“Йыл эшҡыуары” конкурсында ҡатнашығыҙ
“Йыл эшҡыуары” конкурсында ҡатнашығыҙ

“Йыл эшҡыуары” конкурсының республика этабында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул итеү башланды. Был сара “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) бурыстарына ярашлы уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр  Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.

Конкурста республикала теркәлгән, кәмендә ике йыл эш алып барған йүнселдәр, ойошмалар ҡатнаша ала. Һөҙөмтәләр буйынса һәр номинацияла – ауыл хужалығы, күмәртәләп һатыу, берәмләп һатыу, туризм, көнкүреш хеҙмәттәре, автосервис хеҙмәттәре, инновациялар, яңы технологиялар һ.б. – берәр еңеүсе билдәләнәсәк. Конкурс комиссияһы составында власть органдары, бизнес берләшмәләр вәкилдәре, эшҡыуарлыҡтың төрлө өлкәләре эксперттары бар. Улар бизнестың һөҙөмтәлелеген, замансалығын, социаль йәһәттән әһәмиәтен, төбәк үҫешенә өлөшөн баһалаясаҡ.  

“Йыл эшҡыуары” конкурсы республикабыҙҙың иҡтисадын, социаль өлкәһен алға ебәреүгә тос өлөш индерә аласаҡ бизнес вәкилдәрен билдәләүгә, уларға булышлыҡ ҡылыуға йүнәлтелгән. Төп маҡсат – эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген арттырыу, һөҙөмтәле тәжрибә өлгөләрен киң таратыу, йүнселлектең ыңғай имиджын булдырыу”, – ти  республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Заявкалар ҡабул итеү 31 октябргә тиклем бара. Тулыраҡ белешмәне республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сайтынан алырға мөмкин.

Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йылдың ғинуарынан алып тормошҡа ашырыла.

Светлана Верещагина, республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры:

– “Йыл эшҡыуары” конкурсы республикабыҙҙың иҡтисадын, социаль өлкәһен алға ебәреүгә тос өлөш индерә аласаҡ бизнес вәкилдәрен билдәләүгә, уларға булышлыҡ ҡылыуға йүнәлтелгән. Төп маҡсат – эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген арттырыу, һөҙөмтәле тәжрибә өлгөләрен киң таратыу, йүнселлектең ыңғай имиджын булдырыу.

Булат Ғәлиханов, эшҡыуар:

– "Йыл эшҡыуары" конкурсында ҡатнашырға саҡырам. Мин унда үҙем һынау тоттом. Еңеү яулай алмаһам да, тәжрибә туплау өсөн үтә әһәмиәтле булды. Төрлө эксперттарҙың, бизнес берләшмәләре вәкилдәренең яҡшы кәңәштәрен, фекерҙәрен ишеттем. Был артабан камиллашыу өсөн ҙур этәргес бирҙе.

Фото: gtrkrb.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас