

Учалы районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы булдырылған “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярҙамында Белорет – Учалы – Мейәс юлының ете километр арауығы ремонтланасаҡ. Эштәр Кәрим һәм Ҡорама ауылдары эргәһендәге ике участкала алып барыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.
Подрядсы ойошма ресайклинг технологияһы буйынса юл нигеҙен нығытҡан һәм уның өҫкө ҡатламын, асфальт япмаһын ҡороуҙы дауам итә.
– Белорет – Учалы – Мейәс юлы Башҡортостан терәк селтәренә инә – был мөһим транспорт артерияһы. Белорет һәм Учалы райондарында йәшәгән 165 меңдән ашыу кеше ошо юлдан район үҙәктәренә – Белоретҡа Һәм Учалыға, шулай уҡ М-5 “Урал” федераль трассаһына, Силәбе өлкәһенә барып етә ала. Шуға күрә был юлды ремонтлап, бөтә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн хәүефһеҙ юл йөрөүҙе тәьмин итеү мөһим, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Белорет – Учалы – Мейәс юлының ошо участкаларында барлыҡ эштәрҙе 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.
Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!