Милли проекттар
31 Октябрь 2025, 03:30

Миәҙәктәр бәхетле

Дүртөйлө районында дөйөм практика табибының яңы офисы асылды.

Миәҙәктәр бәхетлеМиәҙәктәр бәхетле
Миәҙәктәр бәхетле

Дүртөйлө районының Миәҙәк ауылында дөйөм практика табибының яңы офисы асылды. Был “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы мөмкин булды.

Яңы офис барлыҡ стандарттарға һәм санитар нормаларына тура килә. Бында медицина ярҙамын Миәҙәк, Миниште, Йәрмиә, Барғыҙбаш, Иҫке Кәңгеш, Искуш, Ташйылға ауылдары халҡы – 1900-ҙән ашыу кеше, уларҙың 376-һы балалар аласаҡ.

- Йыл һайын иң алыҫта ятҡан төрлө ауылдарҙа модулле конструкциялар күтәрәбеҙ. Быйыл 121 модулле ФАП, туғыҙ амбулаторий һәм дүрт дөйөм практика табибы офисы асабыҙ. Шуны билдәләгем килә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауыл медицинаһы үҫешенә ҙур иғтибар бүлә, сөнки республикалағы халыҡтың 38 проценты ауылдарҙа йәшәй, - тине республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, районда ауыл медицинаһын заманлаштырыу һәм киңәйтеү буйынса эш дауам итә. Был урында йәшәүселәрҙе сифатлы һәм үҙ ваҡытында медицина ярҙамы менән тәьмин итергә, уларҙың һаулығын нығытырға булышлыҡ ҡыла.

2025 йылда, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикала 4,5 мең берәмек медицина ҡорамалы, 99 автотранспорт һатып алыу планлаштырылған. 134 модулле конструкция ҡуйыу, туғыҙ объектта капиталь ремонт эштәрен атҡарыу һәм алты яңы поликлиниканы сафҡа индереү ҡаралған.

Сығанаҡ: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас