

"Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проекты (национальный проект "Продолжительная и активная жизнь) сиктәрендә Октябрьский ҡалаһы һаулыҡ һаҡлау үҙәгенә заманса диагностика аппараты тапшырылды, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Яңы прибор ярҙамында төрлө спирометрик тикшеренеүҙәр үткәрергә мөмкин: пациенттың үпкәләрен һыйҙыра алған максималь һауа күләмен, тын алыу йышлығын, үпкәләр аша бер минут эсендә үткән һауаның дөйөм күләмен һәм башҡаларҙы үлсәү. Был бигерәк тә үпкә ауырыуҙары хәүефе юғары булған кешеләр, шул иҫәптән тәмәке тартҡан йәки зарарлы химик матдәләр менән эшләгән кешеләр өсөн мөһим.
– Яңы ҡорамалдар дауалау-иҫкәртеү медицинаһына заманса ҡараш талаптарына яуап бирә. Был беҙгә тикшереүҙәрҙе һөҙөмтәлерәк үткәрергә һәм үпкә ауырыуҙарын ваҡытында асыҡларға мөмкинлек бирер тип ышанабыҙ, – тип билдәләне Октябрьскийҙың 1-се ҡала дауаханаһының баш табибы Илдар Гәрәев.
"Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә ҡәҙәр арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Октябрьский 1-се ҡала дауаханаһының матбуғат хеҙмәте.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan