

"Ғаилә" милли проектында (национальный проект "Семья") ҡаралған ярҙам саралары аша Благовар районы Языков үҙәк район дауаханаһына заманса яңы ультратауыш диагностикаһы аппараты һатып алынған. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.
Юғары технология аппараты диагноз ҡуйыуҙа ҙур файҙа килтерә, медицина хеҙмәте күрһәтеүҙе яҡшырта.
Аппарат ярҙамында табиптар анығыраҡ тикшереүҙәр үткәрә ала, был ауырыуҙарҙы иртә асыҡлауға һәм кәрәкле медицина ярҙамын ваҡытында күрһәтеүгә булышлыҡ итә.
– Яңы ультратауыш аппаратын һатып алыу – пациенттарыбыҙҙың һаулығын яҡшыртыуҙа мөһим аҙым. Заманса ҡорамалдар беҙгә һөҙөмтәлерәк эшләргә һәм сифатлы хеҙмәттәр күрһәтергә мөмкинлек бирер тип ышанабыҙ, — ти Языков үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алмас Заһиҙуллин.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты В.В. Путин ҡарары менән йыл башынан тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/...
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!