Милли проекттар
3 Ноябрь 2025, 05:30

Капиталь ремонт һөҙөмтәһендә урындағы халыҡ өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы юл булды

Башҡортостанда Языков – Балышлы – Шишмә юлының 3,3 саҡрымы ремонтланды.

Капиталь ремонт һөҙөмтәһендә урындағы халыҡ өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы юл булдыКапиталь ремонт һөҙөмтәһендә урындағы халыҡ өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы юл булды
Капиталь ремонт һөҙөмтәһендә урындағы халыҡ өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы юл булды

Благовар районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Языков — Балышлы — Шишмә юлының 3,3 саҡрымы ремонтланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Эштәр Балышлы һәм Яңы Бүләк ауылдары буйлап үткән участкаларҙа алып барыла. Юлсылар ер япмаһын, нигеҙен асфальт-бетон ҡатнашмаһынан эшләгән. Шулай уҡ юл ситтәрен нығыталар һәм билдәләр ҡуялар, яңы барьерлы ҡойма ҡуялар.

– Языков – Балышлы – Шишмә юлы Балышлы ауылының һәм Яңы Бүләк ауылының үҙәк урамдары буйлап үтә, мәктәпкә, фельдшер-акушерлыҡ пунктына, почтаға, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенә һәм Һарайлы ауылында урынлашҡан башҡа мөһим социаль объекттарға алып бара. Капиталь ремонт һөҙөмтәһендә урындағы халыҡ өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы юл булдырылды, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостанда бәләкәй ауылдарҙа һәм ҡасабаларҙа йәшәүселәрҙең транспорт менән тәьмин ителешенә ҙур иғтибар бүленә.

Фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас