Милли проекттар
6 Ноябрь 2025, 03:00

Был юл Салауат районы халҡы өсөн мөһим әһәмиәткә эйә

Башҡортостанда Миәшәгәр — Торналы — Мөрсәлим юлдарының 1,4 саҡрымы яңыртылды.

Был юл Салауат районы халҡы өсөн мөһим әһәмиәткә эйәБыл юл Салауат районы халҡы өсөн мөһим әһәмиәткә эйә
Был юл Салауат районы халҡы өсөн мөһим әһәмиәткә эйә

Башҡортостан Республикаһында Миәшәгәр — Торналы — Мөрсәлим юлы участкаһы “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса ремонтланды. Яңыртылған объекттың оҙонлоғо 1,4 саҡрым тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Лаҡлы ауылына боролоштан алыҫ булмаған участкала юл түшәмен һүтеп алалар, ресайклинг технологияһы буйынса нигеҙҙе нығыталар, асфальт-бетонды ике ҡатлап һалалар, юл ситтәрен нығыта һәм билдәләр ҡуялар.

– Миәшәгәр – Торналы – Мөрсәлим юлы Салауат районы халҡы өсөн мөһим әһәмиәткә эйә, был тирәлә 24 меңдән ашыу кеше йәшәй. Бынан тыш, туристик йүнәлеш тә. Ошо юлдан республика халҡы һәм ҡунаҡтары йәйге ял итеү урындарына һәм Лаҡлы мәмерйәһе, Әй фонтаны кеүек иҫтәлекле урындарға барып етә ала, – тип һөйләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Төбәктә милли проект буйынса юлдарҙы ремонтлау дауам итә. Төҙөлөш эштәре Өфө – Инйәр – Белорет, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск, Магнитогорск – Ира, Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе, Белорет – Учалы – Мейәс һәм башҡа трассаларҙа алып барыла.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) маҡсаты – ауыл һәм ҡалаларҙы комплекслы үҫтереү.

Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас