Милли проекттар
6 Ноябрь 2025, 04:00

Ике ауылдың сикһеҙ шатлығы

Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Ике ауылдың сикһеҙ шатлығыИке ауылдың сикһеҙ шатлығы
Ике ауылдың сикһеҙ шатлығы

Иглин районының Келәш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы мөмкин булды. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Яңы ФАП 1981 йылда төҙөлгәне урынына барлыҡҡа килде. Ул Келәш һәм Иҫке Ҡарашиҙе ауылдары халҡын – барлығы 290-дан ашыу кешене - хеҙмәтләндерәсәк.

Яңы ФАП заманса талаптарға яуап бирә. Унда һыу, йылы һыу бар. Пациенттарҙы ҡабул итеү, диспансерлаштырыу өсөн барлыҡ шарттар бар.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, районда ауыл медицинаһын заманлаштырыу һәм киңәйтеү буйынса эш дауам итә. Был урында йәшәүселәрҙе сифатлы һәм үҙ ваҡытында медицина ярҙамы менән тәьмин итергә, уларҙың һаулығын нығытырға булышлыҡ итә.

2025 йылда, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикала 4,5 мең берәмек медицина ҡорамалы, 99 автотранспорт һатып алыу планлаштырылған. 134 модулле конструкция ҡуйыу, туғыҙ объектта капиталь ремонт эштәрен атҡарыу һәм алты яңы поликлиниканы сафҡа индереү ҡаралған.

Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас