Милли проекттар
9 Ноябрь 2025, 09:30

Һарт-Лабауҙа яңы ФАП эшләй башланы

 Ағас бинала урынлашҡан иҫке медпункт 1970 йылдан алып эшләгән булған.

Һарт-Лабауҙа яңы ФАП эшләй башланыҺарт-Лабауҙа яңы ФАП эшләй башланы
Һарт-Лабауҙа яңы ФАП эшләй башланы

Иглин районының Һартабау ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Был Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу саралары ярҙамында эшләнде, тип хәбәр итә республика ныңҺаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Иҫке медпункт ағас бинала урынлашҡан булған, 1970 йылдан алып халыҡ шунда хеҙмәтләндерелгән.

Хәҙер уны заман стандарттарына һәм санитар нормаларға тап килгән модулле иркен фельдшер-акушерлыҡ пункты алмаштырған. Бында һыу үткәрелгән, бина йылытыла, эҫе һыу ҙа бар.

– Һарт-Лабау халҡының яңы, заманса бинала диспансеризация үтә, вакцина яһата һәм тейешле медицина ярҙамы ала алыуына ысын күңелдән шатмын, - ти фельдшер Лилиә Шаһиева. – Ауылда 244 кеше йәшәй, уларҙың 65-е – балалар.

Быйылдан башлап РФ Президенты В.В. Путин ҡарары менән илдә яңыртылған, үҙ эсенә күп йүнәлештәрҙе алған күләмле милли проекттар ғәмәлгә ашырыла башланы. Улар халыҡтың тормош-көнкүрешен төрлө яҡлап яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Сығанаҡ: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/766343/

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас