Милли проекттар
11 Ноябрь 2025, 05:30

Күгәрсендәрҙе лә ҡыуандырҙылар

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Күгәрсендәрҙе лә ҡыуандырҙыларКүгәрсендәрҙе лә ҡыуандырҙылар
Күгәрсендәрҙе лә ҡыуандырҙылар

Күгәрсен ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктын астылар.

Медицина ойошмаһы сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эше уңайлы булһын өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Был “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

“Заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктының булыуы – ауыл өсөн мөһим ваҡиға. Был медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын арттыра һәм мөрәжәғәттәргә тәьҫир итеү ваҡытын ҡыҫҡарта”, - ти фельдшер Марина Курбанаева.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, районда ауыл медицинаһын заманлаштырыу һәм киңәйтеү буйынса эш дауам итә. Был урында йәшәүселәрҙе сифатлы һәм үҙ ваҡытында медицина ярҙамы менән т әьмин итергә, уларҙың һаулығын нығытырға булышлыҡ итә.

2025 йылда, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикала 4,5 мең берәмек медицина ҡорамалы, 99 автотранспорт һатып алыу планлаштырылған. 134 модулле конструкция ҡуйыу, туғыҙ объектта капиталь ремонт эштәрен атҡарыу һәм алты яңы поликлиниканы сафҡа индереү ҡаралған.

Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас